Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Туғанлыҡ

«ТУҒАНЛЫҠ»: Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе (Башҡортостан)

23 майҙан 30 майға тиклем республикабыҙҙа Төрки телле театрҙарҙың «Туғанлыҡ» VII Халыҡ-ара фестивале уҙасаҡ. Афишала – Башҡортостан, Татарстан, Әзербайджан, Ҡазағстан, Ҡырғыҙстан, Тыва, Крым, Хакасия, Төркиә, Алтай һәм Ғағауз республикаларынан 13 спектакль.
Фестивалдә ҡатнашыусы коллективтар менән таныштырабыҙ.

 

СТӘРЛЕТАМАҠ ДӘҮЛӘТ ТЕАТР-КОНЦЕРТ БЕРЛӘШМӘҺЕ Мостай Кәрим әҫәре буйынса «ӨС ТАҒАН» спектаклен күрһәтә.

 

«Нур» Өфө дәүләт татар театры сәхнәһендә 26 майҙа 19:00 сәғәттә башлана

 

СПЕКТАКЛЬ АВТОРҘАРЫ:

Ҡуйыусы-режиссер – Антон ФЕДОРОВ
Ҡуйыусы-рәссам – Антон ФЕДОРОВ, Лилия СУЛЕЙМАНОВА
Костюмдар буйынса рәссам – Наталья ЮГАНОВА
Пластика –ИРИНА ФИЛИППОВА
Музыкаль биҙәлеш – Антон ФЕДОРОВ

 

СПЕКТАКЛЬ ТУРАҺЫНДА:

Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе Мостай Кәрим әҫәре буйынса “Өс таған”  спектаклен Башҡортостанда тыуып үҫкән йәш Мәскәү режиссеры Антон Федоров ҡуйған. “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Бәләкәй ҡалалар театрҙары” проекты ярҙамында әҙерләнгән.

 

 

 

ТЕАТР ТУРАҺЫНДА:

Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт театры үҙ тарихын 1990 йылда башлай. Беренсе спектакль Дулат Исабековтың “Көтөр кешем бар минең” (режиссеры –Гөлдәр Ильясова) була. 2013 йылда театр труппаһы филармония менән ҡушыла һәм ижади коллектив Стәрлетамаҡ  дәүләт театр-концерт берләшмәһе булып йөрөтөлә башлай. Республиканың профессиональ сәнғәтендә алдынғыларҙан иҫәпләнгән  коллектив  тамашасыларҙы юғары кимәлдә ҡуйылған спектаклдәре менән генә түгел, ә төрлө ижади проекттары менән дә ҡыуандыра – “Күңелле йәшәйбеҙ!” исемле юмористик тележурналы нәҡ ошо театрҙа тыуған, бынан тыш актерҙар  төрлө фильмдарҙа уйнайҙар, республиканың ижади мөхитендә ҡайнап йәшәй.

 

Тулыраҡ мәғлүмәт бында.