Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Туғанлыҡ

«ТУҒАНЛЫҠ»: В. Кок-оола исемендәге Милли музыкаль-драма театры (Тыва)

23 майҙан 30 майға тиклем республикабыҙҙа Төрки телле театрҙарҙың «Туғанлыҡ» VII Халыҡ-ара фестивале уҙасаҡ. Афишала – Башҡортостан, Татарстан, Әзербайджан, Ҡазағстан, Ҡырғыҙстан, Тыва, Крым, Хакасия, Төркиә, Алтай һәм Ғағауз республикаларынан 13 спектакль.
Фестивалдә ҡатнашыусы коллективтар менән таныштырабыҙ.

В. КОК-ООЛА ИСЕМЕНДӘГЕ МИЛЛИ МУЗЫКАЛЬ-ДРАМА ТЕАТРЫ «ЧАДАГАН» спектаклен күрһәтә.

«Нур» Өфө дәүләт татар театры сәхнәһендә 30 майҙа 15:00 сәғәттә башлана

СПЕКТАКЛЬ АВТОРҘАРЫ:

Ҡуйыусы-режиссер – ТР-ның атҡаҙанған артисы Сайдаш МОНГУШ

Ҡуйыусы-рәссам – ТР-ның халыҡ рәссамы Начын ШАЛЫК

Композитор – ТР-ның атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Аяна МОНГУШ

Балетмейстер – Жанна НАМЧЫН-ООЛ

Грим буйынса рәссам – ТР-ның атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Людмила ВОЛОШИНА

 

СПЕКТАКЛЬ ТУРАҺЫНДА:

«Чадаған» музыкаль легендаһы – Тыва Республикаһының Милли театры һәм Милли оркестрының берлектәге ижад емеше. Был спектакль  үҙенән күпкә өлкән булған кешегә көсләп кейәүгә бирелгән йәш ҡыҙҙың һәм дә боронғо музыкаль ҡорал – ятағандың (чадаган) барлыҡҡа килеүе тарихын үҙ эсенә алған.  Яратмаған ирҙән балаһы тыуғас,  йәш әсә күкрәк һөтөн имеҙеүҙән баш тарта. Яңы тыуған сабыйҙы йәлләп, бар халыҡ ҡайғыра һәм йәш әсәнең сабыйына ҡарата  һөйөүен уятырға теләп, улар төрлө саралар эҙләй.

 

 

 

ТЕАТР ТУРАҺЫНДА:

Виктор Кок-оола исемендәге театр 1935 йылда барлыҡҡа килгән. 1958  йылдан Музыкаль-драма театры булып эшен дауам итә, 2011 йылда театрға «милли театр» статусы бирелә, 2016 йылда “Тыва республикаһы ордены” менән бүләкләнә. Бөгөнгө көндә театр ошо төбәктең юғары кимәлдәге мәҙәниәт усағы иҫәбендә һәм алдынғы театр сәнғәте үҙәге булып тора