Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Туғанлыҡ

«ТУҒАНЛЫҠ»: Хәсән Акарҙың BOSTANCI ART продюсер компанияһы (Төркиә)

23 майҙан 30 майға тиклем республикабыҙҙа Төрки телле театрҙарҙың «Туғанлыҡ» VII Халыҡ-ара фестивале уҙасаҡ. Афишала – Башҡортостан, Татарстан, Әзербайджан, Ҡазағстан, Ҡырғыҙстан, Тыва, Крым, Хакасия, Төркиә, Алтай һәм Ғағауз республикаларынан 13 спектакль.
Фестивалдә ҡатнашыусы коллективтар менән таныштырабыҙ.

 

ХӘСӘН АКАРҘЫҢ BOSTANCI ART ПРОДЮСЕР КОМПАНИЯҺЫ «ПИРАЙЕ» спектаклен күрһәтә. Режиссеры һәм актер – Морат ЧИДАМЛИ.

 

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә 27 майҙа 16:00 сәғәттә башлана

ПРОЕКТ ТУРАҺЫНДА:

Төркиәлә бик күп сәхнә йондоҙҙары менән эшләгән һәм һәләтле ойоштороусы булараҡ танылған “Bostanci Art” исемле  шәхси продюсер компанияһы етәксеһе Хәсән Акар һәм актер, режиссер Морат Чидамли төрки телле театрҙарҙың VII Халыҡ-ара театр фестиваленә “Пирайе” спектаклен тәҡдим итә. Әҫәрҙең нигеҙенә төрөк шағиры Назым Хикмәттең төрмәлә ултырған сағында ҡатыны Пирайеға яҙған хаттары алынған. Сәйәси ҡараштары өсөн 28 йылға иркенән мәхрүм ителгән шағир үҙенең бөтә кисерештәрен, әрнеүҙәрен баҫырлыҡ көстө ҡатыны Пирайеға булған мөхәббәтендә таба һәм уға булған хистәрен, донъя ҡоролошо, үҙенең яҙмышы тураһында уйланыуҙарын хат юлдарына һәм шиғырҙарына күсерә.