Яңылыҡтар

Тыуған бишек – юл башы. Гастролдәр тамам.

Театрҙың 95 йыллыҡ юбилейына һәм Мәҙәниәт йылына бағышланған тәүге ҙур гастролдәре тамам. Хәбәр итеүебеҙсә, сығыштар:

11 мартта - Мәләүез ҡалаһында.

12 март -Мораҡта,

13 мартта- – Ишембай ҡалаһында,

17 март- Салауат ҡалаһында,

18 март – Стәрлетамаҡ ҡалаһында булды.

Театрҙың юбилей сараларын республикабыҙҙың тап үрҙә аталған ҡала һәм райондарынан башлауы символик мәғәнәгә лә, сөнки Башҡорт дәүләт драма театры 1919 йылда БАССР-ҙың беренсе баш ҡалаһы Стәрлетамаҡта ойошторолған һәм ошо төбәк – театрҙың тыуған бишеге һанала.

Гастроль программаһы йәштәрҙең ҙур театраль концертынан хасил ине: үткәнгә ижади байҡау, спектаклдәрҙән өҙөктәр, йыр - моңдар, дәртле бейеүҙәр тамашасы күңеленә ифрат хуш килде. Сығыштар һәр ерҙә тулы залдарҙа, аншлаг менән үтте.

Театр юбилейына арналған был гастролдәр 2014 - Мәҙәниәт йылының иң сағыу ваҡиғаларының береһе булып хәтерҙә ҡаласаҡ.

Алда – Һамар һәм Тольятти ҡалалары.