Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-50-52
14сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
13сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
12сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
11сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
10сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
09сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
08сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
07сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
Яңылыҡтар

«…тыуған йылдарыбыҙ ҙа бер, яҙмыштар ҙа уртаҡ» 19 октябрь — Шишмәлә ҙур байрам

Бөйөк кешеләрҙән кемдер әйткән: үҙегеҙ баҫып үҫкән үләндәргә бағығыҙ. Шулар бит донъяның бөтә алтындарынан да ҡәҙерлерәк...

Мостай Кәримдең киң офоҡло, нескә хисле бөтә әҫәрҙәре лә тыуған ергә, тормошҡа ереккән. Мәшһүр шағир, яҙыусы, драматург, публицист, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, күренекле йәмәғәт эшмәкәре, башҡорт халҡының данлы улы Мостай Кәрим үҙенең бөтә көсөн һәм талантын бөгөнгө Башҡортостандың ҡабатланмаҫ образын һүрәтләүгә бағышланы. Шағир донъялыҡта Һәр кем өсөн туғанылай яҡын кеше булды. Халыҡ уны юғары әҙәби маһирлығы, таланты һәм кешелек сифаттары өсөн яратты.

Мостафа Сафа улы 1919 йылдың 20 октябрендә Башҡортостандың Шишмә районы Келәш ауылында тыуған. Уның ижады үҙ тыуған еренең мәрхәмәтле яҡтылығы менән яҡтыртылған, үҙ тыуған тәбиғәтенең күркәм биҙәктәре менән биҙәлгән. Шуға ла Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры юбилей гастролдәре сиктәрендә әҙерләнгән шағирҙың тыуыуына 95 йыл тулыуға арналған ҙур театраль тамашаны тәү нәүбәттә Мостай Кәримдең тыуған яғы - Шишмә районы халҡына күрһәтергә ҡарар итте. «Беҙҙең Башҡорт театры менән тыуған йылдарыбыҙ ҙа бер - 1919 , яҙмыштарыбыҙ ҙа уртаҡ. Беҙ бер- беребеҙҙе үҫтерҙек», -тип яҙғайны Мостай Кәрим театрыбыҙ хаҡындағы бик күп хәтирәләренең береһендә. Эйе, Мостай Кәрим драматург булараҡ тап Башҡорт академия театры сәхнәһендә ҡуйылған пьесалары аша танылды, уның яҙған һәр драма әҫәре театрыбыҙ сәхнәһендә ҡуйыла барҙы. Был әҫәрҙәрҙә төрлө быуын тамашасалыры, артистары, режиссерҙары тәрбиәләнде һәм тәрбиәләнә. Шағир ғүмеренең аҙағынаса театр менән тығыҙ бәйләнештә йәшәне. Мостай Кәрим менән Башҡорт академия драма театры хеҙмәттәшлеге – үҙе бер мәҙәни тарихи осор.

Шулай итеп, 19 октябрҙә Шишмәлә район Мәҙәниәт һарайында тамашасыны ҙур байрам: Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының 95 йыллығы һәм яҡташтары, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 95 йыл тулыуға арналған ҙур театраль тамаша көтә.

Чишм_концерт_Юб_М.Карима