Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-50-52
14сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
13сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
12сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
11сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
10сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
09сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
08сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
07сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
Яңылыҡтар

«…Тыуған йылдарыбыҙ ҙа бер, яҙмыштар ҙа уртаҡ»

Шағирҙың тыуған яғынан рухланып һәм илһамланып

19 октярбҙә Башҡортостандың халыҡ шағиры, драматург Мостай Кәримдең тыуған яғы Шишмә районы Шишмә ҡасабаһында Башҡорт дәүләт академия драма театрының 95 йыллығы һәм шағирҙың тыуыуына 95 йыл тулыуға арналған «...Тыуған йылдарыбыҙ ҙа бер, яҙмыштар ҙа уртаҡ» тигән ҙур театраль тамаша булды. Театрҙың Шишмәлә ойошторған был сараһы ысын мәғәнәһендә Мостайҙың бөйөк рухына сорналған халыҡ байрамына әйләнде. Баш театрҙың үҙенең һәм сәхнәһендә пьесаларының һәр береһе барған мәшһүр драматург, шағир һәм йәмәғәт эшмәкәренең тыуыуына 95 йыл йыл тулыуҙы шулай ололап билдәләүе бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Шағирҙың мәшһүр сәхнә оҫталары уҡыуындағы шиғри һүҙе был көндө тамаша залына һыймай, асмандарға ашты, шағир һүҙҙәренә яҙылған йырҙар йөрәктәрҙе йөрәктәргә бәйләне, ә Мостай Кәрим пьесаларынан күренештәр уйландырҙы ла, көлдөрҙө лә.

Шишмә район Мәҙәниәт һарайына был көндө яҡташтарының шәхесенә, бай мираҫына битараф булмаған бик күп тамашасылар, район етәкселәре йыйылғайны. Тамашанан һәр кем бай тәъҫораттар алып, яҡташтары өсөн ҙур ғорурлыҡ хисе менән «Еребеҙ Мостай Кәрим «ҡалдырғанса» түп-түңәрәк, ҡояшыбыҙ сатнамаған килеш янһын», - тигән изге теләктә, рухланып, илһамланып, театрға ҙур рәхмәттәр әйтеп таралашты.