Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-50-52
Яңылыҡтар

ТЮРКСОЙ. III ултырыш юғары кимәлдә

2014 йылдың 1 июнендә Ҡазан ҡалаһында (Татарстан РеспубликаҺы) «ТЮРКСОЙ» Халыҡ – ара ойошмаһына ингән республикалар театрҙары етәкселәренең (Совет) Ш ултырышы булды. Уны ТЮРКСОЙҙың генераль секретариаты һәм Татарстандың Мәҙәниәт министрлығы ойошторҙо. Совет ултырышында Әзербайджан (Элчин Гафарлы), Татарстан (Илфир Яҡупов), Төркиә (Мостафа Ҡурт), Конъя ҡалаһы (Алпай Аҡсум), Кипр (Төрөк театры, Хакан Йозджу), Хаккас (Виталий Канзычаков), Башҡортостан (Олег Ханов), Ҡаҙағстан ( С.Сраилов), Ҡырғыҙстан (Марат Алышпаев), Төркмәнстан (Мекан Силапов) Гагауз ( Михаил Константинов), Яҡут – Саха ( Данил Марков), Алтай (Татяьна Синькова) республикаларынан ағзалар ҡатнашты.

Ултырыш Төрки халыҡтарҙың III Халыҡ – ара «Нәүрүз» театр–белем биреү форум – фестивале сиктәрендә (Ҡазан, 2–8 июнь) һәм «Ҡазан – төрки мәҙәниәтенең 2014 йыл баш ҡалаһы» программаһына ярашлы ойошторолдо.

Ултырышты тәбрикләү һүҙе менән ТЮРКСОЙ республикалары театрҙары етәкселәре Советының 2014 йыллдағы рәисе, Ғ.Камал ис. Татар дәүләт академия театры директоры Илфир Яҡупов асты. Уҙған ултырыш ҡарарҙарының үтәлеше хаҡында отчет менән ТЮРКСОЙҙың генераль секретариатына ҡараған театрҙар Советы кураторы, Әзербайджан вәкиле Эльчин Гафарлы сығыш яһаны.

Төрки телле театрҙар телде, милли мәҙәниәттәрҙе һаҡлаусы, киләһе быуындарға еткереүсе мөһим фактор һәм фестивалдәр был өлкәлә баһалап бөткөһөҙ әһәмиәткә эйә, тиелде отчет докладында. Төрки телле театрҙарҙың үҙ- ара тәжрибә бүлешеп, аралашып йәшәүе бик тә мөһим. ТЮРКСОЙ был өлкәлә театрҙарға һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер. Мәҫәлән, Өфөлә «Туғанлыҡ», Ҡазанда – «Нәүрүз», Төркиәнең Конъя ҡалаһында «Мең һулыш – бер тауыш» Халыҡ – ара театр фестивалдәре маҡсатҡа ярашлы уҙа. Мәҫәлән, «Ҡорҡут олатайымдың китабы» эпосы мотивтары буйынса спектаклдәр фестивале тап ТЮРКСОЙ башланғысы буйынса ойошторолдо һәм ул 2014 йылдың май айында Төркиәнең Конъя ҡалаһында үтте. Был фестивалдә Әзербайджан, Ҡаҙағстандан, Гагауз, Хаккас театрҙарҙары сығыш яһаны. Ултырышта ҡатнашыусылар артабан да милли пьесаларҙы ТЮРКСОЙ республикаларында ҡуйыу тәжрибәһен дауам итергә Һәм бындай фестиваллдәрҙе төрлө республикаларҙа уҙғарға тәҡдим итте. Ултырыштың ҡунағы – «Нәүрүз» театр – белем биреү фестивале уҡытыусыларының береһе «АКТ – ZЕНТ» театр компанияһы етәксеһе Юрий Альшиц ( Германия, Берлин) бөгөн театр белеменә иғтибарҙы арттырырға кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм Ҡазанда киләһе йыл театр эшмәкәрҙәренең, театр уҡыу йорттары педагогтарының квалификацияһын күтәреүҙе маҡсат итеп ҡуйған белем биреү, методологик үҙәк ойоштороласағын әйтте.

«ТЮРКСОЙ» Халыҡ – ара ойошмаһына ингән республикалар театрҙары етәкселәре Советының Өсөнсө ултырышы бик күп мөһим ҡараҙар ҡабул итте. Улар араһында – төрки халыҡтарының мәҙәни мираҫы менән уртаҡлашыу, төрки мәҙәниәтен артабан үҫтереүгә булышлыҡ иткән яңы проекттар булдырыу, алмаш гастролдәр уҙғарыу, «Ҡорҡут олатайымдың китабы» эпосы мотивтары буйынса спектаклдәр фестивален артабан 2015 йылда Конъяла (Төркиә) уҙғарыу, төрки халдыҡтары әкиәттәре буйынса спектаклдәр фестивале әҙерләү, йәш драматургтар менән танышыу, режиссерҙарҙың алмаш спектаклдәр ҡуйыуын тәьмин итеү, пьесалар Альманахын сығарыу эшен дауам итеү, төрки мәҙәниәтен артабан да донъяға танытыу эшен дауам итеү, Евразия Магистр программаһын бойомға ашырыу һ.б. Киләһе ултырышты « Төрки мәҙәниәтенең 2015 йылғы баш ҡалаһы» тип иғлан ителгән ҡалала уҙғарыу ҡарар ителде.

Ултырышта ҡатнашыусылар сараны юғары кимәлдә ойошторғаны өсөн Татарстан Мәҙәниәт министрлығына һәм Ғ.Камал исемендәнге Татар дәүләт академия театрына ҙур рәхмәтен белдерҙе.