Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Яңылыҡтар

Уникаль ижади проект

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында режиссер һәм драматургтарҙың бер аҙна буйына барған семинар-лабораторияһы «Троя тураһында йыр. Хәҙер һәм ошонда уҡ» тигән спектакль-тренингы менән тамаланды. Идея авторҙары – Искәндәр Саҡаев, Әлиә Яхина, Зиннур Сөләймәнов. Биомеханика буйынса тренингтар, дөйөм практик етәкселекте Искәндәр Саҡаев алып барҙы. Драматургтар менән Владимир Жеребцов эшләне. Музыкаль биҙәлеш — «Йатаған» этно-төркөмө: Ильдар Шакир (думбыра, ятаған), Аяз Нухов (ҡыл-ҡубыҙ).
Искәндәр Саҡаев билдәләүенсә, бындай проект уникаль, республикала ғына түгел, ә Рәсәй кимәлендә лә тәүге тапҡыр үткәреләлер, моғайын. «Был спектакль — классик әҫәрҙе иллюстрациялау ҙа, замана теленә ҡулайлаштырыу ҙа түгел. Был — беҙҙең, хәҙерге заман кешеләренең, боронғо грек поэмаһына, ғөмүмән, унда күтәрелгән һорауҙарға – һуғыш һәм тыныслыҡ, мөхәббәт һәм нәфрәт, көнсөллөк, хыянат, дуҫлыҡ, кешеләр мөнәсәббәтттәре кеүек мәңгелек һорауҙарға хәҙерге заман күҙлеге аша ҡарашыбыҙ. Был спектакль – һеҙҙең менән беҙҙең турала. Бында: драматург та, режиссер ҙа, актер ҙа, хатта тамашасы ла авторҙар», — тине режиссер.
Ысынлап та, бер идея, уй, стилистика, атмосфера менән бәйләнгән тамаша бөтәһе өсөн дә ысын яңылыҡ һәм һоҡландырғыс та, тулҡынландырғыс та асыш булды. Ҡатнашыусылар араһында Башҡорт театры артистары ғына түгел, З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы студенттары һәм уҡытыусылары, театрҙы яратҡан, уның киләсәге өсөн битараф булмаған йәштәр йыйлғайны.
«Драматургия тик автор-режиссер-актер ижадташлығында ғына үҫешә ала. Бөгөнгө спектакль һәм лаборатория эше шуға асыҡ миҫал», — тип билдәлене театрҙың художество етәксеһе, семинарҙың эксперт комиссияһы председателе Олег Ханов.