Яңылыҡтар

ВАТАНДЫ ҺАҠЛАУСЫЛАР КӨНӨНӘ — АКЦИЯ!

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры  22 февраль Ватанды һаҡлаусылар  көнөнә арнап акция ойоштора. Мөҙәрис Бағаевтың “ИКЕ ТӨШ” спектакленә барлыҡ урындарға ла билет хаҡы  ни бары 100 һум тора. Ашығығыҙ!

«Бормаланып аға Ашҡаҙарҡай,
Саф көмөштәй уның һыуҡайы.
Ниңә яҙмыш шулай әсе икән -
Башҡынама һыймай уйҡайым»,-

 йөрәк әрнеүҙәрен әлеге бер йыры менән баҫҡан Миңзифа инәйгә ғүмере буйы ике төшө тынғы бирмәй. «Инде нисәмә йыл шуны тыңлап, нисәмә йыл күҙҙәрем йәшкә мансыла бит. Инде нисәмә йыл башҡа бер нәмә лә күрмәй, шул ике төшөң менән генә йәшәйһең, бахырҡай. Йә, башла һуң... »,- ти, әбейҙең хәлен белешергә ингән килене Гөлшат.