Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Яңылыҡтар

ХӘҘЕРГЕ ЗАМАНҒА АУАЗДАШ СПЕКТАКЛЬ

«Эҙләнем, бәғерем, һине...» спектаклен ҡарағандан һуң театр белгесе, Г.Камал исемендәге Татар дәүләт академия театрының әҙәби-драматик бүлеге етәксеһе Нияз Иғламов менән әңгәмәлештек.

«Туфан Миңнуллиндың был пьесаһында тәү ҡарашҡа ябай ғына тарих һүрәтләнә. Уның геройҙары ни уйлай, шуны һөйләй. Шуға күрә лә, ғәҙәттә, актерҙарға уйнауы еңел, ә бына режиссер алдында ҙур мәсьәлә тора. Автор тарафынан бирелгән образлылыҡты нисек итеп яңы мәғәнә менән үҫтерергә, байытырға. Был пьесалағы сәхнәләр бер-бер артлы үрелеп бара, һәм ҡайһы саҡ һин уларҙан арып та китәһең, сөнки геройҙар менән артабан ни булырын алдан уҡ күҙаллайһың. Спектаклдә иһә, текст шул ғәҙәр оҫта итеп ҡыҫҡартылған, шуға ла бер тында ҡарала. Минең уйлауымса, үҙенең маҡсаты, месседжы буйынса был спектакль бик яйлы килеп сыҡҡан. Рәхимйәнде уйнаған Артур Кәбировҡа ҡарап ултырам да, Туфанды хәтерләйем. Үҙенең актив граждан позицияһы менән, кешегә нисек йәшәргә кәрәклеген ныҡлы белеүе менән актерҙың интонациялары ҡапыл авторҙы хәтерләтте. Был, әлбиттә, актер өсөн ҙур яуаплылыҡ. Тағы ла шуныһы ҡыуандырҙы: спектакль һаулығы сикләнгән кешеләрҙе йәлләтмәй, нормаль, ҡәҙимғе реакцияны барлыҡҡа килтерә. Һеҙ тамашасынан күҙ йәштәрен һығып алмайһығыҙ, мелодраматизм, сентиментальностҡа төшмәйһегеҙ. Текстың бер ни тиклем иҫкергәненә ҡарамай, һеҙ хәҙерге заманға ауаздаш, хәҙерге заман кешеләренең мөнәсәббәттәре тураһында ҡыҙыҡлы спектакль күрһәттегеҙ. Режиссер, Ғафури театры яҡшы формала икәнен иҫбатланығыҙ. Минеңсә, был спектаклдең прокат тормошонан башҡа, фестиваль киләсәге лә бай буласаҡ».