Яңылыҡтар

Хәйерле сәғәттә, «Театр яҙы» !

Иртәгә баш ҡалабыҙ Өфөлә «Театр яҙы» Республика фестивале асыла. Ошо уңайҙан бөгөн 19 апрелдә «Башинформ» мәғлүмәт агентлығында матбуғат конференцияһы уҙҙы. Журналистарҙың һорауҙарына Башҡортостан мәҙәниәт министры урынбаҫары Шамил Абдраҡов, театрыбыҙҙың художество етәксеһе Олег Ханов, М.Кәрим ис. Милли Йәштәр Театры директоры А. Йыһаншин, театр тәнҡитселәре А. Сәғитова, Д.Дәүләтшина, Рус дәүләт академия драма театрының художество етәксеһе М.Рабинович яуап бирҙе.

«Театр яҙы» 26 апрелгә ҡәҙәр бара һәм уның төп маҡсаты - коллективтарҙың ижади инициативаһын күтәреү, ижади шәхестәр үҫешенә булышлыҡ итеү, театр сәнғәтен пропагандалауҙы әүҙемләштереү, иң яҡшы ижади эштәрҙе билдәләү тора», - тиелде конференцияла. Фестивалдә Башҡортостандың барлыҡ дәүләт театрҙары ҡатнаша һәм улар башҡорт милли драматургияһы буйынса спектаклдәр тәҡдим итә. Фестивалдә, шулай уҡ, А.Бахрушин ис. Мәскәү дәүләт театр музейы үҙ әҫәрен күрһәтә.

Спектаклдәргә баһа биреү, иң яҡшыларҙы билдәләү өсөн фестивалде ойоштороусы Башҡортостан мәҙәниәт министрлығы, Театр эшмәкәрҙәре союзы һәм М.Ғафури ис. Башҡорт академия драма театры республикабыҙҙың һәм Рәсәйҙең билдәле театр белгестәрен һәм тәнҡитселәрен саҡырҙы. Улар: В.Федорова, Е.Розанова (Мәскәү), Д. Дәүләтшина, А.Сәғитова, Р. Буранова (Өфө). Фестиваль аҙағында тәнҡитселәр коллегияһы һәм жюри түбәндәге номинацияларҙа еңеүселәрҙе билдәләй: «Иң яҡшы спектакль», «Иң яҡшы режиссерлыҡ эше», «Иң яҡшы сценография», «Иң яҡшы музыкаль биҙәлеш», «Иң яҡшы ир - егет роле», «Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле», «Икенсе пландағы иң яҡшы ир-егет роле», «Икенсе пландағы иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле» һәм тәнҡитселәр коллегияһының махсус призы. Фестиваль сиктәрендә мастер-кластар, Мәскәү театр белгестәре А.Киселев менән И.Овчинниковтың бөгөнгө театр сәнғәте буйынса лекциялары һәм башҡа бик күп саралар ҡаралған.

Яҙ - үҙе мөғжизә, бар тәбиғәттең уянған мәле, күңелдәр ҙә яңырыу кисерә, ошо илһамлы миҙгелде иртәгә башланасаҡ театр байрамы - күркәм, сәмле, затлы ижади ярыш тағы ла йәмләйәсәк! Шулай итеп, хуш киләһең, «Театр яҙы -2017» фестивале, хәйерле сәғәттә!

(Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, асылыу көндө- 18.00 сәғәттә театр майҙанында - «Һаумы, фестиваль!» - театрлаштырылған тамаша. 19.00 с. - «Ерҙәштәр» - Салауат БДДТ спектакле).