Яңылыҡтар

Хөрмәтле йәш дуҫтар!

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры янында эшләп килгән «Самрау» Балалар театр студияһы өҫтәмә рәүештә 7 йәштән 17 йәшкә тиклемге үҫмерҙәрҙе саҡыра.

Ҡәҙерле балалар, һеҙҙе «Самрау» ҡоштоң киң һәм өмөтлө ҡанаттарында ижад иленә ҙур осош көтә! Киләсәктә рухлы, бөтә яҡтан да белемле шәхестәр булып үҫергә теләһәгеҙ, студияға рәхим итегеҙ!