Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Яңылыҡтар

ХӨРМӘТЛЕ ТАМАШАСЫЛАР!

Башҡортостан Республикаһы Башлығының 18.03.2020 й. УГ-111 һанлы «Башҡортостан Республикаһы биләмәләрендә яңы короновирус инфекцияһы таралыуы ихтималлығын иҫкәртеү өсөн юғары әҙерлек режимын индереү» Указына яраҡлы, 23 марттан 20 апрелгә тиклем спектаклдәр күрһәтелмәй һәм киң йәмәғәтселек өсөн тәғәйенләнгән саралар, алдан планлаштырылған гастролдәр ҙә үткәрелмәйәсәк.

Ошо осорҙа буласаҡ спектаклдәргә һәм башҡа тамашаларға алған билеттарығыҙҙы кире ҡайтарыуығыҙҙы һорайбыҙ. Үкенескә ҡаршы, билеттарҙы башҡа ваҡытта үтәсәк сараларға алмаштырыу мөмкинлеге юҡ. Билеттарҙы һатып алған урындарығыҙға ҡайтарыуығыҙ һорала. Театр кассаһы 10.30 сәғәттән 19.30 сәғәткә тиклем ялһыҙ эшләй. Тел. (347) 272-35-33, (347) 273-70-52.

Карантин осоронда театр YouTube-каналында “Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының алтын фонды”нан спектаклдәрҙең видеояҙмаһын ҡарарға тәҡдим итә. (ссылка: https://www.youtube.com/channel/UCFkrsXEgEzKkDth_rRqX2uw).

Артабанғы яңылыҡтар һәм хәл-ваҡиғалар тураһында мәғлүмәттәр беҙҙең театр сайтында һәм социаль селтәрҙәрҙәге төркөмдәрҙә хәбәр ителеп барасаҡ.

Тыуған уңайһыҙлыҡтар өсөн ғәфү үтенәбеҙ, барығыҙға ла һаулыҡ теләйбеҙ һәм шатлыҡлы осрашыуҙар көтөп ҡалабыҙ!

Килеп тыуған хәлде аңларһығыҙ тигән ышаныста, ихтирам менән,
театр директоры Иршат Фәйзуллин, баш режиссер Айрат Абушахманов.