Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-50-52
Яңылыҡтар

Хөрмәтле журналистар иғтибарына!

21 май 16.00 сәғ. М.Ғафури ис. Башҡорт дәүләт академия драма театрының 94-се ижад миҙгелен ябыуға һәм «Яңғыҙҙар ташы» (Ә.Ғаязов) премьера спектакленә бағышланған пресс-конференция була.

«Яңғыҙҙар ташы» спектаклен алдан ҡарау – 17.00 сәғәттә (Режиссеры – Олег Ханов, рәссамы – Радик Сафин, композиторы – Урал Иҙелбаев).

Ролдәрҙе Гөлли Мөбәрәкова, Рәмзиә Хисамова, Әхәт Хөсәйенов, Алмас Әмиров, Сара Буранбаева, Илдар Сәйетов, Фирғәт Ғарипов һәм башҡа күренекле артистар башҡара.

Республикабыҙҙың киң мәғлүмәт саралары вәкилдәрен ихлас күңелдән театрыбыҙҙа көтөп ҡалабыҙ.

Премьера - 22, 23 май көндәрендә.

афиша камень4_1