Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Яңылыҡтар

ХӨРМӘТУЛЛА ҮТӘШЕВ ТУРАҺЫНДА КИТАП-АЛЬБОМ ДОНЪЯ КҮРҘЕ

Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хөрмәтулла Үтәшев тураһында “Таштуғайҙың ике батыры: Хөрмәтулла Үтәшев. Тормош һәм ижад юлы” исемле китап-альбом донъя күрҙе. Төҙөүселәре: Д.С.Ҡәйүмова, З.Ш.Ҡарабаева.

Китап “Сәхнә генералы – Хөрмәтулла Үтәшев”, “Халыҡ һөйөүе – мәңгелек”, “Тыуған бишек – киң донъяға ишек”, “Ата-әсәйем мөхите” исемле бүлектәрҙән тора, унда башҡорт һәм рус телдәрендәге мәҡәләләр урын алған, 200-гә яҡын үҙенсәлекле, сағыу фотолар менән биҙәлгән.

 «Фактуралы, оҙон буйлы Хөрмәтулла Үтәшев героик-романтик амплуалағы ролдәр менән дә (сөнки улар еңел бирелә һәм актер уларҙы шәп башҡара!) сикләнеп ҡала алыр ине, әммә артист үҙен киң диапазонлы оҫта итеп танытты. Эпик пландағы киң күләмле ролдәрҙән тыш, ул сағыу, комик һәм эксцентрик, хатта гротеск жанрындағы ла ролдәр тыуҙырҙы: Салауат, Степан Разин, Сыңғыҙхан, Кемаль Ата Төрк, Эдип һәм Гарпагон, Юлғотло, Нөгөш… Ошо төрлө жанрҙағы, төрлө стилдәге һәм төрлө эстетик тәбиғәтле ролдәрҙә лә Хөрмәт Үтәшев үҙен иркен тоя. Тәү сиратта, Үтәшевтең ҡуш йөрәкле булыуы, ҡыйыулығы, сәхнәлә уйнарға теләүенең көслө булыуы һәм ҡәҙимге ҡалыптарҙы ҡурҡыу белмәйенсә боҙоуы ғәжәпләндерә” – тип яҙа китаптағы мәҡәләһендә театр тәнҡитсеһе Галина Вербицкая артист ижады тураһында. Тәүге бүлектә Һөйөндөк Сәйетов, Галина Вербицкая, Розалия Солтангәрәева, Рида Буранова мәҡәләләре һәм Хөрмәтулла Ғаззали улының курс етәксеһе Фәрдүнә Ҡасим ҡыҙы Ҡасимованың уҡыусыһы тураһында “Аҫылташ” (“Камень драгоценный”) исемле мәҡәләһе баҫылған.

“Халыҡ һөйөүе – мәңгелек” тип исемләнгән бүлектә — Нәжиб Асанбаев, Сәйфулла Дилмөхәмәтов, Илүзә Капкаева мәҡәләләре  һәм Ҡәҙим Аралбаевтың, Ирек Кинйәбулатовтың, Риф Тойғоновтың, Ларисы Абдуллинаның, Йәғәфәр Үтәшевтың артисҡа арналған шиғырҙары. Был бүлектә шулай уҡ артист хаҡында коллегалары — театрҙың баш режиссеры Айрат Абушахманов, режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаев, актерҙар Илдар Ғүмәров, Сара Буранбаева, Алһыу Бәхтиева, Римма Ҡаһарманова һәм Азат Вәлитов фекерҙәре менән уртаҡлаша.

“Тыуған бишек- киң донъяға ишек” бүлеге Хәйбулла районы муниципаль район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәриповтың сәләмләүе менән асылған: “Заманында майҙандарҙы шаулатҡан, бер һабантуй бәйгеһендә лә бил бирмәгән, майҙан ғына түгел, ялан батыры ла булған Ғаззали Үтәшев — сиҙәм ерҙәрендә иген сәсеп-урып, Тыуған еренә фиҙәҡәр хеҙмәт иткән.  Ғаззали батыр үҙенең аҡылы, тормошҡа ҡарашы, тәжрибәһе менән яҡташтары араһында абруй ҡаҙана, ихтирамға лайыҡ була. Үҙенән һуң лайыҡлы балалар ҡалдыра. Ғаззали батырҙың улы — республикала ғына түгел, Рәсәйҙә, хатта сит илдәрҙә лә танылыу тапҡан Башҡортостан Республикаһының, Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы, Башҡортостан Республикаһының С.Юлаев исемдәге дәүләт премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры Хөрмәтулла Үтәшев — районыбыҙҙың ғорурлығы” – тип яҙа ул.

Китаптың өсөнсө һәм дүртенсе бүлектәре Хөрмәтулла Ғаззали улының хәтерләүҙәренә ҡоролған: бала саҡтың сағыу иҫтәлектәре, мәктәп һәм студент йылдары, әрме хеҙмәте, театр донъяһына аяҡ баҫыу, ижад юлы, етәксе һәм педагоглыҡ эше… Был хәтирәләр барыһы ла халыҡсан, ябай тел менән яҙылған, китапты уҡыусылар үҙҙәрен мауыҡтырғыс ваҡиғалар уртаһында йөрөгәндәй хис итә.

Һуңғы бүлектә авторҙың бер туған апаһы Фәриғә Күсәкованың иҫтәлектәре һәм шиғырҙары, Рәүеф Собханғоловтың Ғаззали батыр тураһында мәҡәләһе баҫылған.

Китаптың һуңғы биттәрендә артистың тормош һәм ижад юлының төп ваҡиғалары, уйнаған ролдәр исемлеге, руссанан башҡортсаға тәржемә иткән пьесалар исемлеге урын алған.

Китаптың исем туйы Өфөлә һәм Үтәшевтарҙың тыуған яғында — Хәйбулла районында үтәсәк, тип күҙаллана.