Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Яңылыҡтар

ХАЛЫҠ-АРА МУЗЕЙ КӨНӨ МЕНӘН!

Бөгөн, 18 майҙа, Халыҡ-ара музей көнө уҙа. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры Музейы байрамға ҡушыла һәм үҙенең экспонаттары менән таныштырырға саҡыра.

Музей экспонаттары иҫәбендә – һирәк осрай торған фотолар, беренсе афишалар, танылған башҡорт режиссерҙарының көндәлектәре, иҫтәлектәр яҙылған дәфтәрҙәре, сәхнә кейемдәре, беренсе тарихи шәхестәрҙең портреттары һәм башҡалар бар. Театр тарихын туплаған музей һәр быуын тамашасыһына ҡыҙыҡлы булып ҡала, бында һәр бер әйбер, китап, пьеса -үткән замандың эҙҙәрен һаҡлаған.

Музейҙың эш ваҡыты: 18:00-20:00 сәғ. (ғәҙәти көн), 17:00-19:00 (ял көнө).