Яңылыҡтар

Хаттар яҙам ултырып…

Хөрмәтле тамашасылар, ҡәҙерле дуҫтар!

Театрыбыҙҙың 95 йыллыҡ юбилейына һанаулы ғына көндәр ҡала. Бай тарихлы, олпат, әммә мәңге йәш театрҙың юбилей тантанаһы 19 декабрҙә буласаҡ.

Ә беләһегеҙме, дуҫтар, сәхнә оҫталары өсөн иң ҡәҙерлеһе – тамашасының уйынды бөтә йөрәге менән ҡабул итеп, ихлас алҡышлауы, ысын күңелдән бүләк ителгән сәскә бәйләмдәре...

Театр үҙенең ҙур юбилей тантанаһына әҙерләнгән ошо көндәрҙә Һеҙҙең спектаклдәр, айырым сәхнә оҫталары ижады һәм башҡалар хаҡында уй-фекерҙәрегеҙ, тәьҫораттарығыҙ менән театрҙың электрон почтаһында, контакт биттәрендә уртаҡлашыуығыҙ бик тә әһәмиәтле булыр ине. Спектаклдән тәрән хистәргә тулышып йә сикһеҙ уйҙарға бирелеп сыҡҡан бер кис онотолмаймы – яҙығыҙ! Сәхнәлә барған ваҡиғаларҙан күңелегеҙ тулған мәлдәр йыш буламы- яҙығыҙ, саф тойғоларҙан күҙгә йәш алған онотолғоһоҙ илаһи минуттар һаман да йәшәйме зиһендәрҙә – быныһан да яҙығыҙ. Спектаклдәр, артистар уйыны, төрлө образдар, персонаждар хаҡындағы уй- фекерҙәрегеҙ ҙә беҙҙең өсөн ҡәҙерле. Ә бәлки, исемен йөрәк түрендә йөрөткән актрисаға йә артистҡа ҡарата мөхәббәт хистәре ...тынғы бирмәйҙер – уныһын да яҙығыҙ!

Ә беҙ үҙ сиратыбыҙҙа иң ҡыҙыҡлы хаттарҙы юбилей көндәрендә театрҙа махсус таҡтала урынлаштырыуҙы вәғәҙә итәбеҙ!

Адресыбыҙ: batd@bk.ru  и  Вконтакте http://vk.com/bashdram