Яңылыҡтар

Хуш, Ҡазан, һаумы, «Театр яҙы»!

Театрыбыҙҙың Ҡазан ҡалаһында 10 - 16 апрель көндәрендә уҙған гастролдәре тамамланды. Ғ.Камал исемендәге Татар академия театры менән алмаш гастролдәребеҙ ике йылға бер уҙғарылып, күптән инде күркәм йолаға әйләнгән. Һәр осраҡта ике яҡ та тамашасыларға үҙ репертуарҙарындағы яңы, премьера спектаклдәрен тәҡдим итә, колллективтарҙың дуҫтарса, ижади аралашыуы ойошторола.

Был юлы театрыбыҙ Ҡазан халҡына «Ҡаһым түрә» ( Б.Бикбай, Х. Иргалин, реж. О.Ханов), «Ул бит кисә ине» (А.Әхмәтғәлиева, реж.А.Абушахманов, «Хыялға ҡаршы» (А.Баймөхәмәтов, А.Ишбулдина, реж. И.Ҡаҙаҡбаев), «Мин һинең ҡәйнәң булам» (С.Белов, реж. О.Ханов), «Антигона» (Жан Ануй, реж. Ф.Бикчәнтәев), «Йософ һәм Зөләйха» ( Ҡол Ғәли, Ю. Сафиуллин инсц., реж. О.Ханов), балалар өсөн «Итекле бесәй» (Ш.Перро, В.Ганзенко), «Диңгеҙ. Утрау. Хазина » (Д.Сәлимйәнов, реж. И.Ҡаҙаҡбаев) һәм ҙур театрлаштырылған концерт тәҡдим итте. Һәр спектаклебеҙҙең Татарстанда үҙ тамашасыһы булып, театр йәмәғәтселегендә лә ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Спектакль авторҙары араһында Татарстан әҙәбиәтселәре - Юныс Сафиуллин, Айгөл Әхмәтғәлиева, режиссер Фәрит Бикчәнтәевтың булыуы быйылғы гастролдәргә айырыуса сағыу үҙенсәлек өҫтәне. Ғөмүмән, быйылғы гастролдәрҙә иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиғалар бихисап булды. Мәҫәлән, Камал театрының баш режиссеры киләһе «Науруз» халыҡ-ара театр фестиваеленең Башҡорт театрының 100 йыллығына арналыуы тураһынды белдерҙе. Татарстан Халыҡтар дуҫлығы йортонда ТР башҡорттары Ҡоролтайы йәштәре менән осрашыу, Рәсәй «Алтын битлек» Милли - премия фестиваленә тәҡдим ителгән «Антигона» спектаклен фестивалдең эксперт советы ағзаларының ҡарауы, Ғ. Камал театрының күптән түгел үҙенең юбилейын билдәләгән Башҡортостандың, Татарстандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисткаһы Илсөйәр Ғәзетдинованы ихлас тәбрикләүе, гастролдә театрыбыҙҙың «Самрау» балалар студияһы тәрбиәләнеүсеһе Илназар Әхмәтйәновтың ҡатнашыуы, гастролдәрҙе тантаналы рәүештә тамамлаған театрлаштырылған концерттың ихлас алҡыштарға күмелеүе һ.б.

Шулай итеп, ут күршебеҙ Татарстан Республкаһының баш ҡалаһы Ҡазанда гастролдәребеҙ уңышлы тамамланды. Алда театр өсөн сараларҙың тағы ла мөһимерәге - «Театр яҙы - 2017» Республика фестивале!

c-UM6GVKcKY eJwr2VyX86c f_H2E_zY5Fw Nn1RwCuWq60 P3x4BCdpX7I pJ3Oczg_Oi0 rimhun918YY -vgoeGC5VkA