Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Яңылыҡтар

Хуш, ҡунаҡсыл Ҡазан!

Кисә, 8 апрель Ғәлиәскәр Камал исемендәге Татар академия театрында барған гастролдәребеҙ тамамланды. Бер аҙналыҡ сығыштар бер көндәй ҙә булманы. Һәр кис Ғ. Камал театрында ысын мәғәнәһендә театр һәм дуҫлыҡ байрамы гөрләп торҙо, ти артистар. «Быйылғы гастроль спектаклдәребеҙҙе бик күп тамашасы ҡараны. Бигерәк тә йәш артистарыбыҙ, режиссерҙарыбыҙ өсөн шатландыҡ, бик йылы ҡабул иттеләр. Һәр спектаклдең үҙ тамашасыһы булды», -тип, ҡәнәғәт йөҙ менән үҙ фекерҙәре менән бүлешә Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Тәнзилә Хисамова һәм Ҡазан тамашасыһы алдында Туфан Миңнуллин пьесаһы буйынса «Мин- ҡатын- ҡыҙ» бишек йыры менән уңышлы һәм етди һынау тотҡан йәш режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаев.
Күңелдәргә дәрт һәм илһам биреп, «Ҡазан гастролдәре — 2015» инде театр йылъяҙмаһына күсте. Яңылары булып торһон.