Яңылыҡтар

Хуш, киләһегеҙ, ҡәҙерле дуҫтар!

23- 25 апрель көндәрендә баш ҡалабыҙ Өфөлә Ҡаҙағстандың иң олпат театрҙарының береһе - Астана ҡалаһынан М.Горький исемендәге Рус дәүләт академия драма театрының гастролдәре көтөлә. Сығыштар М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә була.

Астана Рус дәүләт драма театрына 1899 йылда нигеҙ һалынған һәм бына инде икенсе быуат был сәнғәт усағы тормоштоң мәңгелек ҡиммәттәренә дан йырлап, үҙенең таланты, ижады менән тамашасы һөйөүендә һәм халыҡ ихтирамын тойоп йәшәй. Репертуарҙа 20 -нән ашыу төрлө жанрҙағы һәм йүнәлештәге спектакль бар. Улар - ил һәм донъя драматургияһының иң яҡшы өлгөләре. Шуныһы иғтибарға лайыҡ, театр үҙ тамашасыһын йәштән тәрбиәләй.Театр репертуарында йәш тамашасы өсөн 12 музыкаль әкиәт бар.

Бөгөн Астана Рус драма театрын Ҡаҙағстандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Еркин Касенов, баш режиссер, Ҡаҙағстандың халыҡ артисы Бекпулат Парманов һәм баш рәссам, Ҡаҙағстандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Канат Максутов етәкләй. Сәхнәлә тамашасының яратҡан артистары – ҠР -ның атҡаҙанған артисткаһы, Рәсәйҙең Дуҫлыҡ ордены кавалеры Наталья Косенко, Ҡырғыҙстандың халыҡ артисы, ҠР-ның атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре Сергей Матвеев, билдәле сәхнә оҫталары- Владимир Иваненко, Виктор Житков, Зинаида Абаназиди, Нина Дроботова, Казағстандың атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәрҙәре Людмила Крючкова, Роман Чехонадский, Маргарита Мухаметдиева, Александр Корженко и Лариса Лебедева, шулай уҡ Светлана Фортуна, Иван Анопченко, Денис Анников, Анастасия Воронцова, Ульяна Апрельская, Евгений Карачаров, Полина Харламова, Данил Хомко, Оксана Бойко, Сергей һәм Дмитрий Маштаковтар, Наталья Лысенко, Максим Ященко һәм башҡалар уйнай.

Коллектив ҙур уңыш менән Ҡаҙағстан Республикаһы һәм Рәсәй буйлап гастролдәрҙә йөрөй һәм абруйлы, шул иҫәптән сит илдәрҙә уҙғарылған фестивалдәрҙә сығыш яһай: Астана Рус дәүләт драма театрына Санкт-Петербург, Мәскәү, Пекин ( Ҡытай), Гранад (Испания), Махачкала (Дағстан), Сольнок һәм Будапешт (Венгрия), Силәбе, Алматы, Шымкент, Усть-Каменогорск, Аҡтау, Караганда, Костанай, Семе, Павлодар, Уральск һәм башҡа ҡалалар тамшасылары алҡышлаған.

Тамашалар:

23 апрель - «Мастер и Маргарита» (М. Булгаков, эклектика)

24 апрель - «Трамвай «Желание»» (Т. Уильямс, драма)

25 апрель - «Ромео и Джульетта» (У. Шекспир, не трагедия)

23 по 25 апрель- «Братец Лис и братец Кролик» (С. Астраханцев).

Спектаклдәр 19.00 сәғәттә башлана

Афиша_с_фото_01 (Копировать)