Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-50-52
14сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
13сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
12сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
11сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
10сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
09сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
08сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
07сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
Яңылыҡтар

«Яңғыҙҙар ташы» миҙгел яба

Театрҙың һәр ижад миҙгелен премьера спектакле менән ябыу һуңғы йылдарҙың күркәм традицияһына әүерелде. Быйыл да юбилей алды 94 -се ижад миҙгелен коллектив 23 майҙа премьера спектакле менән тамамлай - тамашасыға Әлфис Ғаязовтың «Яңғыҙҙар ташы» мистик -психологик драмаһы буйынса спектакль тәҡдим итә. (Премьера көнө- 22 май)

Республикабыҙҙа уҙған йыл 12 сентябрҙә тәү тапҡыр уҙғарылған «Театрҙар төнө» акцияһы сиктәрендә Башҡорт дәүләт академия драма театрында мәғариф министрының пьесаһы менән танышыу, йәғни асыҡ репетиция «Театрҙар төнө» акцияһының үҙе бер ҙур ваҡиғаһы булғайны. Артистарҙың тамашасылар менән берлектәге репетицияһында төрлө уҡыу йорттары студенттары, өлкән быуын тамашасылары, журналистар, уҡытыусылар һәм башҡалар пьесаны мауығып, иғтибар менән тыңланы, ошонан һуң матбуғат биттәрендә бер нисә ҡабат Әлфис Ғаязовтың күп яҡлы талант эйәһе икәне, «Яңғыҙҙар ташы» авторҙың тормош, бөгөнгө йәшәйеш хаҡындағы тәрән уйланыуҙары һәм күңел һыҙланыуҙары нигеҙендә тыуған ысын мәғәнәһендә тулҡынландырғыс әҫәр булыуы билдәләнде. Йәмғиәт үҫеше, киләсәк быуындар именлеге, бер-берең өсөн яуаплылыҡ тойғоһо, халыҡ яҙмышы, яҡты киләсәк, йәш быуынды тәрбиәләү темалары күтәрелә пьесала.

Әлфис Суфиян улы Ғаязов - педагогия фәндәре докторы, профессор, Рәсәй Мәғариф Академияһының ағза - корреспонды. 2011 йылдан Башҡортостан Республикаһының мәғариф министры. Әлфис Суфиян улының фәнни эшмәкәрлеге – йәмғиәттә шәхес тәрбиәләү мәсьәләләрен өйрәнеүгә бәйле. Гражданин формалаштырыуҙың төрлө теория һәм методологияларын өйрәнеү һәм ғәмәлдә ҡулланыу менән генә сикләнмәй, йәмғиәттә кеше тәрбиәләүҙең иң емешле һәм фәһемле ысулы – әҙәбиәт һәм уңың да иң ҡатмарлы жанры – драматургия - сәхнә аша йәш быуынға үҙ һүҙен әйтергә, тәрбиә бирергә ынтылыуы Әлфис Суфиян улының шәхес булараҡ тағы бер һоҡланғыс яғы, ә пьесаһының Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә ҡуйылыуы – үҙе бер мәртәбә.

Пьесаның ҡыҫҡаса йөкмәткеһе: Ғилминур инәйҙең кәртә артында ҙур ғына бер таш ята. Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында ла, унан һуң да һалдаттарҙы гел шул таш эргәһенән оҙаталар. Күп һалдаттар кире әйләнеп ҡайтмай. Кемдеңдер ғәзиз улы, атаһы, һөйгән йәре улар. Күпме ҡорбан, ҡарғыш, күҙ йәше... Һалдаттарҙың туғандарын, һөйгән йәрҙәрен, балаларын яңғыҙ ҡалдырып кире ҡайтмауҙарына ошо таш ғәйепле (ме)!? Халыҡ таш ятҡан урынды урап үтә башлай. Шулай итеп, тәбиғәт бүләгеме, йыһан ҡунағымы, тарих ҡомартҡыһымы, таш, тиҫтә йылдар буйы халыҡта төрлө ғөрәфәттәр, ышаныуҙар һәм юрауҙар тыуҙырып, ята бирә. Тик, Ғилминур инәйҙең әсәһе яҙмышына таштың ҡағылышы айырым: «атайым бик сая егет булған, армияға китер алдынан күрше ауылдан әсәйемде урлап алып ҡайта. Әсәйем артынын йөрөгән башҡа егет, быға үс итеп боҙомсо ҡарсыҡтан тотош нәҫелебеҙҙе сихырлата»,- тип һөйләй ул ҡыҙына донъя менән бәхилләшкәндә.

Шулай итеп, ваҡиғалар ошо серле ташҡа бәйле үҫешә. Төп ролдәрҙә СССР-ҙың халыҡ артисткаһы Гөлли Мөбәрәкова, Башҡортостандың халыҡ артистары Рәмзиә Хисамова, Алмас Әмиров, Әхәт Хөсәйенов, Сара Буранбаева һәм башҡа сәхнә оҫталары.

Ғилминур - ағинәй, йәшәү рухын ҡурсалыусы халыҡ вәкиле, үҙ дәрәжәһен яҡшы белгән, сабыр һәм бәҫле халыҡ тәрбиәсеһе - оло йөрәкле, йомшаҡ күңелле өләсәй ҙә, зирәк зиһенле, кәрәк икән тура һүҙле ҡәйнә лә. Әбей йәмғиәт тормошондғы хәл - ваҡиғаларҙы ла белеп тора, йәшәйешкә һис битараф түгел, үҙенсә ябай «сәйәсмән» дә, ҡыҫҡаһы, инәйҙең кешеләргә әйтер һүҙе бар. «Быға оҡшаш образ сәхнәлә күптән булғаны юҡ ине. Бөгөнгө көндә бик әһәмиәтле, кәрәкле образ ул. Һүҙенә халыҡ мәҡәлдәре, әйтемдәр ҡушып, бик ышанслы, йә ҙур кинәйә менән һөйләгән, бәҫле халыҡ вәкиле Ғилминур инәй. Ҡарсыҡ тормошто күп күргән, донъяға битараф түгел, шуға ла кешеләргә әйтер һүҙе бар », - ти Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Рәмзиә Хисамова. Әйткәндәй, тормош тәжрибәһе ярайһы ҙур актрисаның үҙенең дә ошо образ аша сәхнәнән тамашасыға әйтер һүҙе бик күп.

Пьесаны сәхнәгә ҡуйыусы режиссер - театрҙың художество етәксеһе Олег Ханов, рәссамы – Радик Сафин, композиторы – Урал Иҙелбаев. Шуны ла әйтергә кәрәк, сәхнә биҙәлеше - «Яңғыҙҙар ташы»ның сценография авторы - Радик Сафин. Ул директорҙың ижад эшмәкәрлеге буйынса урынбаҫары, художество - ҡуйылыш бүлеге мөдире, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. «Ни өсөн был ташты – яңғыҙҙар ташы тип атағандар? Бәлки был объектҡа космик киңлектән, ә бәлки илебеҙ күгенән, ҡарарға кәрәктер, күңелдәргә үтеп инер яңылыҡ һәм зиһен яҡтылығын быуып ятҡан битарафлыҡ ташы түгелме икән ул? Йәки, бөтөнләй киреһенсә, был таш ер яралғандан бирле хоҙай тәғәлә инселәгән урынды төйәк итеп, йыһан энергияһын кешеләргә өләшеүсе изге есемдер. Арҡайым да таштарҙан ғибәрәт? Ҡыҫҡаһы, «Яңғыҙҙар ташы» биҙәлешендәге художество образын нисек таптығыҙ, тигән һорауға рәссам былай тип яуап бирҙе: «был сихырланған таш пьесала бик киң мәғәнәгә эйә. Ул ябай таш ҡына түгел. Ни өсөн «яңғыҙҙар ташы» тип нарыҡланыуын да асырға тырыштым. Тамашасыға уйланырға ла урын ҡалдырҙым »

23 май – сираттағы миҙгел ябылыу көндө коллектив ағзалары СССР-ҙың халыҡ артисы Арыҫлан Мөбәрәковтың һәйкәленә сәскәләр һаласаҡ. Унан, ғәҙәттәгесә, 18.00 сәғәттә миҙгел тамамланыу уңайынан тамашасалырға театр майҙанында концерт тәҡдим итәсәк. Миҙгел ябыу тантанаһын театр, премьеранан һуң, йыл дауамында талантлы ролдәр башҡарған, уңышлы эшләгән ижади цехтар һәм бүлек хеҙмәткәрҙәрен бүләкләү менән тамамлаясаҡ.

афиша камень4