Яңылыҡтар

ЯҢЫ БЫУЫН ЩЕПКИНСЫЛАРЫ МЕНӘН ОСРАШЫУ

Бөгөн Мәжит Ғафури исем.Башҡорт академия драма театрының Көрән залында Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министры урынбаҫары Шамил Абдраҡов, театрҙың художество етәксеһе Олег Ханов Мәскәүҙә М.С.исем.Юғары театраль училищела уҡып йөрөгән Башҡорт студияһы студенттары менән осрашты. Кураторҙары Фирүзә Исҡужина уҡыу барышы, ятаҡта йәшәү торошо менән таныштырҙы, студенттар үҙҙәре лә уҡыу шарттары менән ихлас бүлеште.

"Уҡыу йортоноң планы буйынса бик күп музейҙар, театрҙарға йөрөйбөҙ. Чеховтың, Ермолованың, Щепкиндың йорт-музейҙарында булдыҡ", - тине Фирүзә Сәлих ҡыҙы.

"Үҙегеҙгә бирелгән бәхетте ҡулдан ысҡындырмағыҙ. Ваҡыт үтә лә китә. Төрлө театрҙарға йөрөгөҙ, тырышып уҡығыҙ, ваҡыттың ҡәҙерен белегеҙ. Бына йәйен әле генә һеҙҙе уҡырға йыйғайныҡ. Инде бер семестр үтеп тә киткән. Тырышып уҡығыҙ, балалар", - тип теләктәрен белдерҙе Олег Закир улы.