Яңылыҡтар

Яңы йыл менән!

 Сәғәт, минут һанап, үтә ғүмер,
Үтә йылдар, ерҙә йыр ҡала.
Киләсәккә күпме өмөт бағлап,
Килер көнгә донъя уҡталған!
(Р.Шәкүр)

Хөрмәтле дуҫтар, ҡәҙерле тамашасылар!

 Һеҙҙең һәр ҡайһығыҙҙы бар йөрәктән Яңы 2014 йыл байрамы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Киләһе йылдарҙа ла бергә - бергә имен - аман йәшәрбеҙ, ижад итербеҙ, хыялдар ҡорорбоҙ,

рухи гәлсәрҙәр һәм шатлыҡ иле - Театрға тоғро ҡалырбыҙ, тигән өмөттәбеҙ!

Яңы спектаклдәр, заманса проекттар, яңы образдар беҙҙе осраштырыр!

Яңы йыл сәғәте һәр ҡайһыбыҙға именлек һәм бәхет теләп һуҡһын.

Киләсәгебеҙ яҡты булһын!

Һеҙҙең барығыҙҙы ла ихлас һәм күңел биреп әҙерләнгән байрам тамашаларыбыҙҙа көтөп ҡалабыҙ!

банер нов год8