Яңылыҡтар

Яңы миҙгелгә бағышланған пресс-конференция уҙҙы!

Бөгөн, 3 сентябрь, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры 100-сө ижад миҙгеле асылыу уңайынан пресс-конференция үткәрҙе. Пландар тураһында театрҙың директоры Иршат Фәйзуллин, баш режиссеры Айрат Абушахманов һәм режиссерҙар Илсур Ҡаҙаҡбаев, Фирғәт Ғарипов һөйләнеләр.

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры 100-сө ижад миҙгелен 5 сентябрь «Зөләйха күҙҙәрен аса» спектакле менән аса.