Яңы пьеса менән танышыу
11 февраль көнө театр коллективы йәнә бер яңы әҫәр менән танышасаҡ — был юлы билдәле шағир, әлеге көндә театр сәхнәһендә уңыш менән барған «Хыялый» комедияһының авторы Салауат Әбүзәр өр-яңы пьесаһын- «Күрәҙәсе» траги комедияһын тәҡдим итә.
Авторҙың яңы әҫәре жанры менән дә, исеме менән дә ҙур ҡыҙыҡһыныу уята.