Яңылыҡтар

ЯҢЫ ПЬЕСА УҠЫЙБЫҘ

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия театрының ижади төркөмө яңы пьеса өҫтөндә эш башланы. Бөгөн театрҙың көрән залында Алехандро Касонаның "Ағастар баҫып үлә" пьесаһын уҡыйбыҙ. "Испан драматургының әҫәре беҙҙең театрыбыҙҙың ҡан йөрөшөнә тап килә. Был - мелодрама. Башҡортсаға Фаҡил Мырҙаҡаев тәржемә итте. Алдан уҡ әйтеп ҡуям: пьесалағы бөтә ролдәр ҙә шәп", - тип артистарҙың кәйефтәрен күтәрҙе театрҙың художество етәксеһе, спектаклде сәхнәгә сығарыусы режиссер Олег Ханов. Яңы спектакль - тамашасылар өсөн дә, актерҙар өсөн дә һәр саҡ матур бүләк. Артистарға был изге башланғыста ижади уңыштар теләйбеҙ!

IMG_0965

 

IMG_0962

 

IMG_0961

 

IMG_0959