Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Яңылыҡтар

ЯҢЫ СПЕКТАКЛЬ ӨҪТӨНДӘ ЭШ БАШЛАНДЫ

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының ижади төркөмө яңы пьеса өҫтөндә эш башланы. Театрҙың репетиция залында режиссёр Илсур Ҡаҙаҡбаев артистарҙы Михаил Рощиндың «Муж и жена снимут комнату» исемле пьесаһы менән таныштырҙы.
Танылған драматург Михаил Рощиндың пьесаһы театрҙарҙа йыш ҡуйылмай, уны өйрәнеү һәм тормошҡа ашырыу тағы ла ҡыҙығыраҡ. Сюжеттың нигеҙендә — йәш парҙар тормошонан тарих.
Исеменән аңлашылып тора, бүлмәне ҡуртымға алыуҙары. Әммә әлеге торлаҡ мәсьәләһе ғашиҡтарҙы ныҡлыҡҡа һынай һәм ғаиләнең тарҡалыуы ла бында мөһим роль уйнай. Ир менән ҡатын тормош ауырлыҡтарын еңеп, мәхәббәт һәм хистәрҙең ныҡлығын һаҡлап ҡала алырҙармы?
Донъя күрәсәк спектаклдә артистар Алмас Әмиров, Азат Вәлитов, Руслан Ғәлимов, Әлфирә Зәһиҙуллина, Милена Сираева, Гөлнара Ҡаҙаҡбаева, Артур Ҡунаҡбаев, Гүзәл Маликова, Хәким Мортазин, Гөлназ Хайсарова, Светлана Хәкимова, Айҙар Шәмсетдинов, Эльвира Юнысова ҡатнашалар.