Яңылыҡтар

Яңы спектаклдәргә репетициялар башланды

Яҙ айҙары театр коллективы өсөн бик әүҙем башланды. Әлеге ваҡытта бер юлы өс премьераға әҙерлек бара. Айрат Әхтәм улы Абушахманов Ҡадир Даяндың «Таңсулпан» пьесаһы өҫтөндә эшләй. Илсур Юлай улы Ҡаҙаҡбаев сит ил драматургы Генрик Ибсендың «Гедда Габлер» исемле пьесаһын ҡуя.  Фирғәт Рәмил улы Ғарипов Салауат Әбүзаровтың «Бомба» исемле комедияһын сәхнәгә сығара. Әлеге ваҡытта репетициялар әүҙем бара, премьераларҙы түҙемһеҙлек менән көтөп ҡалабыҙ!