Яңылыҡтар

ЯРОСЛАВА ПУЛИНОВИЧ МЕНӘН ИЖАДИ ОСРАШЫУ

Бөгөн Өфөгә билдәле Рәсәй драматургы Ярослава Пулинович килә. Уның сәйәхәтенең маҡсаттары билдәле: Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры Гүзәл Яхинанын романы буйынса тап Ярослава Пулинович инсценировкаһында "Зөләйха күҙҙәрен аса" спектаклен сәхнәгә сығарҙы. Бөгөн драматург шул спектаклде ҡарай. Шулай уҡ театрҙың Бәләкәй сәхнәһендә беҙҙең ерлектәге драматургтар, журналистар, тамашасылар менән ижади осрашыу үтәсәк. Сара 16.00 сәғәттә башлана. Инеү ирекле. Белешмәләр өсөн тел.: (347)272-39-30.