Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Яңылыҡтар

Ырымбур ҡалаһында Башдрамдың гастролдәренә арналған пресс-конференция үтте

Ырымбур ҡалаһында М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының гастролдәренә арналған пресс-конференция үтте. Унда театр директоры Иршат Фәйзуллин, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисткаһы, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Эльвира Юнысова һәм Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Светлана Хәкимова ҡатнашты.

2-4 ноябрҙә М.Горький исемендәге Ырымбур өлкә дәүләт драма театрында М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры гастролдәре уҙасаҡ. Бөтә Рәсәй «Ҙур гастролдәр» театр программаһы сиктәрендә үткән гастролдәр театрҙың 100 йыллыҡ юбилейына арнала. Спектаклдәр М.Горький исемендәге Ырымбур өлкә дәүләт драма театрында барасаҡ.