Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Яңылыҡтар

Ырымбур ҡалаһында пресс-конференция үтә

1 ноябрҙә, 13:00 сәғәттә, Ырымбур ҡалаһында М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының гастролдәренә арналған пресс-конференция үтә. Унда театр директоры Иршат Фәйзуллин һәм артистар Эльвира Юнысова һәм Светлана Хәкимова ҡатнаша.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2-4 ноябрҙә М.Горький исемендәге Ырымбур өлкә дәүләт драма театрында М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры гастролдәре уҙасаҡ. Бөтә Рәсәй “Ҙур гастролдәр” театр программаһы сиктәрендә үткән гастролдәр театрҙың 100 йыллыҡ юбилейына арнала.