Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Яңылыҡтар

ЮҒАЛТЫУ… ИЛДАР СӘЙЕТОВ АРАБЫҘҘАН КИТТЕ…

Бөгөн Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың халыҡ, Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры ИЛДАР СӘЙЕТОВ арабыҙҙан китте.

Илдар Ширҡәт улы төрлө быуын тамашасыһына бар ғүмерен театр сәнғәтенә бағышлаған сәхнә оҫтаһы булараҡ билдәле. М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында тыуған халыҡсан ролдәре, сағыу таланты менән башҡорт театрының абруйын күтәреп, уның үҫешенә тос өлөш индергән сәхнә әһеле ул.