Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Яңылыҡтар

ЮҒАЛТЫУ… ТАЛХА ҒИНИӘТУЛЛИН АРАБЫҘҘАН КИТТЕ…

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәйҙең Яҙыусылар союзы ағзаһы, Учалы районының почетлы гражданы Талха Ғиниәтуллин арабыҙҙан китте.

Талха Йомабай улы Рәсәйҙә хәҙерге заман хәрби прозаһының иң күренекле вәкиле. Рәсәй уҡыусыһына ул «Анатолий Генатуллин» псевдонимы аҫтында билдәле.
М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында уның әҫәрҙәре буйынса ҡуйылған «Ер менән күк араһында» (Р.Кинйәбаев инсц., режиссеры — Г.Ильясова) спектакле барҙы.

Мәрхүмдең туғандары һәм яҡындарының оло ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.