Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Яңылыҡтар

Юбилей бенефисына классик роль

Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хөрмәтулла Үтәшевҡа — 55. Йәше менән дә, эше менән дә ил ағаһы ҡорона еткән сәхнә оҫтаһын юбилейы менән ҡотлап яңынан — яңы ижади үрҙәр, ныҡлы сәләмәтлек, илһамлы тормош теләйбеҙ!
«Утыҙ йыллыҡ ижад багажымда төрлө пландағы – герой -романтик, тәрән фәлсәфәүи эстәлекле, комик, трагик, психологик ролдәрем бар. Уларҙың барыһы ла миңә берҙәй яҡын һәм ҡәҙерле. Һәр ролем ижадымды тулыландырҙы, актерлыҡ һәләтемде төрлө яҡлап асты. Ләкин һәр актерҙың визит карточкаһына әүерелгән роле була. Минеке иһә — икәү. Улар — Нурлан Абдыҡадыровтың «Сыңғыҙхандың һуңғы төйәге»ндәге Темуджин һәм Кен Кизиҙың «Кәкүк ояһы» ндағы Макмерфи ролдәре », — тигәйне артист күптән түгел «Киске Өфө» гәзитенә биргән интервьюһында. Ә премьераһы ошо көндәрҙә буласаҡ Ж.Б.Мольерҙың «Һаран» комедияһынан һаранлыҡтың дөйөмләштерелгән образына әйләнгән, үтә лә көлкөлө классик роль Гарпагон — Хөрмәтулла Үтәшевтың 3-сө визит карточкаһы булыр, моғайын, сөнки артистың был роле талантлы башҡарылышы, заманса яңғырашы менән репетиция мәлендә үк таң ҡалдыра!
«Һаран» комедияһының премераһы — 21 март көнө була. Режиссеры — Искәндәр Саҡаев. Билдәләп үткәнебеҙсә, төп ролдә – Хөрмәтулла Үтәшев. Ә 27 мартта, әйткәндәй, «бәхетленең ҡунағы бер көндә»,- тиҙәр — был көн бар донъяла Халыҡ — ара театр көнө, артист тамашасыларҙы премьера спектакленә — үҙенең 55 йәшлек юбилей байрамына саҡыра.