Юбилей гастролдәре дауам итә. Алда — Һамар һәм Тольятти
Коллектив 4-6 апрелдә Һамар һәм Тольятти ҡалаларында уҙасаҡ театрыбыҙҙың 95 йыллыҡ юбилейына һәм Мәҙәниәт йылына арналған гастролдәренә әҙерләнә. Программала — төрлө быуын артистары ҡатнашлығында мауыҡтырғыс сюжетҡа ҡоролған «Күңел ынйылары — дуҫтарға» исемле ҙур театрлаштырылған концерт һәм М. Буранғолов пьесаһы буйынса «Шәүрәкәй» музыкаль комедияһы.