Юбилей гастролдәре дауам итә
6-11 ноябрҙә Башҡорт дәүләт академия драма театрының Сибай, Баймаҡ, Магнитогорск, Учалы, Белорет ҡалаларында гостролдәре уҙа. Сығыштар Мәҙәниәт йылы һәм театрҙың 95 йыллыҡ юбилейы уңайынан ойошторола.
6 ноябрь — «Ҡатынымдың исеме Морис» суперкомедияһы Сибай дәүләт филармонияһында,
7 ноябрь — Баймаҡ район мәҙәниәт һарайында,
8 ноябрь — Магнитогорск ҡалаһы «Буратино» Йәш тамашасы театрында була. Спектаклдәр 19 сәғәттә башлана.
Учалы ҡалаһында гастролдәр 9-10 ноябрҙә үтә:
9 ноябрь — «Ҡатынымдың исеме Морис» (Р.Шарт) суперкомедияһы (19.00),
10 ноябрь — көндөҙ йәш тамашасылар өсөн З.Биишева хикәйәттәре буйынса «Серле көршәк» әкиәте,
19 сәғәттә — «Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара юрға» мюзиклы.
Гастролдәр Белорет ҡалаһында тамамлана:
11 ноябрь — көндөҙ йәш тамашасылар өсөн Ҡала мәҙәниәт һарайында З.Биишева хикәйәттәре буйынса «Серле көршәк» әкиәте,
19 сәғәттә — «Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара юрға» мюзиклы.
Бай рухлы, күңелле тамашаларға рәхим итегеҙ!
- “СЕРЛЕ КӨРШӘК”
- “МАҠТЫМҺЫЛЫУ, ӘБЛӘЙ ҺӘМ ҠАРА ЮРҒА”
- “ҠАТЫНЫМДЫҢ ИСЕМЕ МОРИС”