Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-50-52
14сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
13сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
12сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
11сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
10сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
09сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
08сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
07сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
Яңылыҡтар

Юбилей гастролдәре уңышлы башланды

11 мартта - Мәләүез ҡалаһында М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры коллективы театрҙың 95 йыллыҡ юбилейына һәм 2014 – Мәҙәниәт йылына арналған гастролдәрен (турне) башланы. Театрҙың киләһе туҡталышы - Мораҡ (12 март), унан – Ишембай (13 март), артабан сығыштар Салауат ҡалаһында (17 март) һәм 18 март – театрҙың туған бишеге, тарихи тыуған ере – Стәрлетамаҡ ҡалаһында көтөлә.

Гастролдәрҙе асыу тантанаһында театрҙың художество етәксеһе Олег Ханов юбилей гастролдәренең ни өсөн тап ошо тәбәктән башланыуы, тарихҡа байҡау яһап, театрҙың 1919 йылда Стәрлетамаҡ ҡалаһынла ойошторолоуы, тәүге сығыштарҙың «Мираж» кинотеатрында булыуы хаҡында һөйләне, оло ихтирам менән театрға нигеҙ һалыусы мәшһүр шәхестәрҙең исемдәрен атаны. Гастроль программаһы – төрлө быуын артистары ҡатнашлығында, билдәле бер сюжетҡа ҡоролған ҙур театрлаштырылған концерт. (Сюжет:драматург Флорид Бүләковтың «Мөхәббәт ҡарағы» комедияһының геройҙары, шулар араһындағы донъяға ғашиҡ, театрҙы сикһеҙ яратҡан, шат, изге күңелле Хәйбүш ҡарт - үҙе ғүмере буйы тоғро ҡалған, һәр спектаклен ҡарап барған, артистарының исемен яттан белгән тамашасы, Башҡорт академия драма театрын ауылына саҡырып хат яҙа. Һәм... килә театр! Иҫтәлектәр, төрлө ирмәк хәлдәр, йырҙар, бейеүҙәр, театрҙың үткәндәрен хәтерләүҙәр - барыһы үҙе бер күркәм, матур спектаклде хәтерләтте һәм тамашасы уны бер тында ҡарап, аяғүрә баҫып алҡышланы.

Шулай итеп, Мәләүездәр 95 йыллыҡ бай тарихы булған, олпат, әммә һәр дәүерҙә лә йәш һәм абруйлы Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрына рәхмәт әйтеп, алҡыштарға күмеп, оҙатып ҡалды.