Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-50-52
Яңылыҡтар

Юбилей гастролдәре

Театрҙар өсөн март – гастролдәр миҙгеле. Быйылғы яҙғы гастролдәрен Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры үҙенең 95 йыллыҡ юбилейына һәм Мәҙәниәт йылына бағышлай.

Сығыштар:

11 мартта - Мәләүез ҡалаһында.

12 март -Мораҡта,

13 мартта- – Ишембай ҡалаһында,

17 март- Салауат ҡалаһында,

18 март – Стәрлетамаҡ ҡалаһында була.

Театрҙың юбилей сараларын республикабыҙҙың тап үрҙә аталған ҡала һәм райондарынан башлауы һис тә осраҡлы түгел, сөнки Башҡорт дәүләт драма театры 1919 йылда БАССР-ҙың беренсе баш ҡалаһы Стәрлетамаҡта ойошторолған (тәүге спектакль ҡаланың «Мираж» кинотеатрында була) һәм ошо төбәк – театрҙың тыуған бишеге һанала.

Гастроль программаһында - йәштәрҙең ҙур театраль концерты: спектаклдәрҙән өҙөктәр, йыр - моңдар, дәртле бейеүҙәр, туған моңдар. Театр юбилейына арналған был гастролдәр 2014 - Мәҙәниәт йылының иң сағыу ваҡиғаларының береһе буласаҡ.