Яңылыҡтар

Юбилей миҙгелен «Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара юрға» башлай!

   1 октябрҙә театр «Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара юрға» (Т.Ғарипова, реж. О.Ханов) мюзиклы менән 95- се ижад миҙгелен аса. Театрҙың сираттағы миҙгеле ябай түгел, ә юбилей йылы. Был көндө Башҡорт академия драма театрына килгән барлыҡ тамашасы байрам кәйефе кисерһен, театр майҙанында ла, сәхнәлә лә күтәренке рух тантана итһен ине, тигән теләктә театр етәкселеге лә, коллектив ағзалары ла. Ошоға бәйле театр майҙанында (18 сәғәттә) тамашасыға байрам концерты тәҡдим ителә. Бөгөнгө көндә, буласаҡ премьера спектаклдәренә репетицияларҙан тыш, миҙгел асыу көнөнә ныҡлы әҙерлек алып барыла.

http://bashdram.ru/performances/maktymsylu-ablyaj-i-kara-yurga.html