Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-50-52
Яңылыҡтар

Юбилей тантаналары артистың тыуған яғында

Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Рәүис Заһитовтың юбилей байрамы тыуған яғында дауам итә.

Быйыл сәнғәт һөйөүселәр милли театрыбыҙҙың сағыу вәкиле, халыҡсан ижады менән бер нисә быуын тамашасыһын илһамландырып, уйландырып, йырлатып, йылмайтып йәшәгән егәрле замандашыбыҙ, билдәле сәхнә оҫтаһы Рәүис Хәбир улы Заһитовтың 65 йәшлек юбилейын билдәләй. Төп юбилей кисәһе Рәүис Заһитовтың туған театрында – М.Ғафури ис. Башҡорт дәүләт академия драма театрында 15 февралдә «Тиҫбе булып теҙелә миҙгелдәр» исеме аҫтында гөрләп үтһә, артистың тыуған яғында юбилей тантаналары 14 -18 май көндәрендә:

14 май – Дыуан районы үҙәге Мәсәғүттә,

15 май- Салауат районы үҙәге Малаяҙҙа,

16 май – Мәсетле районы үҙәге Оло- Устикиндә,

17 май- Балаҡатай районы Балаҡатай ауылында,

18 май - Ҡыйғы районы үҙәге Үрге Ҡыйғыла үтә.

Тамашалар район Мәҙәниәт һарайҙарында 20 сәғәттә башлана.

Көндөҙ - балалар өсөн «Серле көршәк» (З.Биишева, ҡуйылыштың художество етәксеһе - А.Абушахманов) әкиәте.