Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-50-52
14сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
13сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
12сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
11сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
10сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
09сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
08сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
07сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
Яңылыҡтар

Юбиляр Рәүис Заһитов

15 февралдә сәхнә түрен юбиляр - Рәсәйҙең атҡаҙанған һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Рәүис Заһитов, уның ҡыҙыҡлы һәм әһәмиәтле ролдәре, артистың аһәңле йырҙары биләйәсәк. 40 йыл ғүмерен милли театр мәҙәниәтен үҫтереүгә бағышлаған Рәүис Заһитовтың тамашасаһы менән уртаҡлашыр серҙәре күп, туған халҡы өсөн моңло йырҙары йөрәгенән урғылырға әҙер тора. Юбилей бенефисында тамашасы Рәүис Заһитовтың театр йылъяҙмаһына уйылып ҡалған Йыһан ҡарсыҡ («Башмағым» Х.Ибраһимов), Ильяс («Ҡыҙ урлау» М.Кәрим), Яппар («Ҡоҙаса» Б.Бикбай, З.Исмәғилев) һәм башҡа ролдәрен күрәсәк, уның башҡарыуында «Буранбай» кеүек мәшһүр халыҡ йырҙарын ишетәсәк. Рәүис Хәбир улын Ҡыйғы, Мәсетле, Ғафури, Әлшәй һәм башҡа районадарҙан дуҫтары, тамашасылары ҡотларға киләсәк. Ғ.Камал ис. Татар дәүләт академия театрынан да ҡунаҡтар көтәбеҙ. Ә иң ҙур ҡотлау – туған коллективынан буласаҡ.

Кисә Рәүис Заһитов ижадына хас оптимистик, юморға бай, халыҡсан рухта әҙерләнә. Бенефис шаршауын саҡ ҡына асып ҡараһаҡ - сәхнәлә күңелле репетициялар бара. Күркәм тамашаға 2 генә көн ваҡыт ҡалды. Билеттар бөтөп бара. Ә Һеҙ юбилярҙың шатлығын уртаҡлашырға әҙерһегеҙме?