Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Яңылыҡтар

«Зөбәржәт ҡала тылсымсыһы», Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу

Театр һәр миҙгелдә кескәй тамашасылар өсөн Яңы йыл байрамы ойоштора. Шыршы тирәләй Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу, төрлө әкиәт геройҙары менән осрашыу балаларҙың көтөп алған тамашаһы. Ә иң мөһиме, сәхнәлә кескәйҙәрҙе Яңы йыл әкиәте көтә. Был юлы балаларға А. Волковтың «Зөбәржәт ҡала тылсымсыһы» (Волшебник изумрудного города) тигән әҫәре буйынса спектакль тәҡдим ителә. Режиссеры Илсур Ҡаҙаҡбаев. «Зөбәржәт ҡала тылсымсыһы» бәләкәстәр (6+) өсөн ысын мәғәнәһендә яңылыҡ! Спектаклдең сәхнә биҙәлеше үҙе ни тора! (Рәссамы — Альберт Нестеров). Мультипликация, заманса тауыш һәм яҡтылыҡ эффекты, сағыу костюмдар, актерҙарҙың сәхнәнән бөркөлгән ихласлығы, эскерһеҙ уйыны, дәртле музыка (композиторы — Урал Иҙелбаев) йыр һәм бейеүҙәр, персонаждарҙың тамашасы менән аралашыуы – барыһы — барыһы ла хас әкиәттәгесә, тылсымлы, мөғжизәле! Шуны ла әйтәйек, «Зөбәржәт ҡала тылсымсыһы»нда тәрбиәүи һүҙ бөгөнгө тиктормаҫ кескәйҙәр үҙҙәре аңлап һығымта яһарлыҡ, ауыҙ асып ҡарарлыҡ кимәлдәге уйын аша бирелә.
Спектаклдең хореографы — Бөтә Рәсәй заман бейеүҙәрен ҡуйыусылар конкурстары лауреаты Ю.Андриянов, мультипликатор- Р.Шәрәфетдинов. Әкиәттә бик күп геройҙар ҡатнаша. Спектакль рус һәм башҡорт телдәрендә уйнала.
Балалар өсөн Яңы йыл тамашалары: 23 -30 декабрҙә (10.30, 13.00, 15.30 сәғ.), 3-5 ғинуарҙа (10.30, 13.00, 15.30 сәғ.), 6-10 ғинуар(10.30, 13.00 сәғ.) көндәрендә була. Күңелле мәлдәр, шатлыҡлы көндәр һеҙгә, бәләкәстәр һәм ата-әсәләр!

Волшебник_3