Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Яңылыҡтар

«Зөләйха күҙҙәрен аса» спектакле Грозныйҙа «Федерация» бөтә Рәсәй фестивалендә ҡатнаша

11 – 19 сентябрҙә Чечен Республикаһының Грозный ҡалаһында милли театрҙарҙың «Федерация» бөтә Рәсәй фестивале уҙҙа. Быйыл «Федерация» фестивале беренсе тапҡыр уҙғарыла. 16 сентябрҙә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры «Зөләйха күҙҙәрен аса» спектаклен  тәҡдим итәсәк.

Ҡуйыусы төркөмдә – режиссеры Айрат Абушахманов, рәссам- яҡтыртыусы Илшат Саяхов, рәссам Альберт Нестеров, пластика Ринат Абушахманов, башҡортсаға тәржемә авторы Хөрмәтулла Үтәшев.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Зөләйха күҙҙәрен аса» спектакле — Гүзәл Яхинаның «Зөләйха күҙҙәрен аса» романын сәхнәлә уҡыған өсөн» «Алтын битлек» драма театры һәм ҡурсаҡ театры жюрийының беренсе махсус премияһына лайыҡ.

Тулыраҡ: http://bashdram.ru/news/zulejxa-otkryvaet-glaza-uchastnik-pervogo-vserossijskogo-festivalya-nacionalnyx-teatrov-federaciya.html

Рәмис Назмиевтың фотоларын тәҡдим итәбеҙ: https://vk.com/album-151158081_264294426