Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Яңылыҡтар

«Зөләйха күҙҙәрен аса» спектакле Ырымбур ҡалаһына юлланды

11-се июндән 20-се июнгә (2019 й.)  тиклем Ырымбур ҡалаһында «Гостиный двор» XI Халыҡ-ара театр фестивале уҙасаҡ. Бөгөн М.Ғафури ис. Башҡорт академия драма театры коллективы фестивалгә юлланды. Ә иртәгә, 14 июндә, 18:30 сәғәттә М.Горький Ырымбур дәүләт драма театры сәхнәһендә артистарыбыҙ «Зөләйха күҙҙәрен аса» (Г.Яхина, Я.Пулинович инсц., режиссеры – А.Абушахманов) спектаклен тәҡдим итәсәк.

Фестивалдең художество етәксеһе – Рәсәйҙең халыҡ артисы, Рәсәйҙең Дәүләт премияһы лауреаты Рифҡәт Исрафилов.