Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Яңылыҡтар

Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Светлана Хәкимованың юбилей бенефисы

14 декабрь — театр сәхнәһендә Башҡортостандың халыҡ  артисткаһы Светлана Хәкимованың юбилей бенефисы.

“Йыр — ҡанатым, сәхнә — асылым…” тип исемләнгән кисәлә юбилярҙың ижадташтары, республиканың театр йәмәғәтселеге, күренекле сәхнә оҫталары ҡатнаша. Актрисаның юбилей байрамына күп кенә ҡунаҡтар килеүе лә көтөлә.

Юбилей бенефисы, исеменән үк күренеүенсә, йырға, моңға бай булмаҡсы. Ә иң мөһиме — Светлана Хәкимова уҙған миҙгелдәрҙә башҡарған сәхнә образдары яңынан “тереләсәк”, бөгөнгөләре лә уны “ҡотларға киләсәк”.

“Мин тамашасыма, сәхнәләштәремә, дуҫтарыма һәм, әлбиттә, яҡындарыма был көндө байрам бүләк иткем килә”,- ти актриса.

14 декабрҙә тамашасыны ысын мәғәнәһендә бай һәм сағыу программа көтә.

 

артур и нэнси

кара юрга

ценасча