Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-50-52
14сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
13сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
12сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
11сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
10сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
09сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
08сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
07сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
Яңылыҡтар

Шаулап- гөрләп уҙҙы премьера !

22, 23 ноябрҙә Театрыбыҙҙа Таңсулпан Ғарипованың башҡорт халыҡ эпосына нигеҙләнеп ижад ителгән «Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара юрға» мюзиклының премьераһы үтте. Спектаклдең режиссеры - Олег Ханов. Композиторы - Урал Иҙелбаев. Рәссамы - Альберт Нестеров. Балетмейстеры - Сулпан Асҡарова.

Халыҡ фекеренсә, көтөп алған, театр өсөн дә, тамашасы өсөн дә яңылыҡ булған, яңы жанрҙа ҡуйылған тамаша- мюзикл, ысынлап та, күңелдәргә үтеп инерлек моңло, сағыу, юморға бай, тулҡынландырғыс булды. Тамашасы, спектаклде башынан аҙағынса бер тында ҡарап, берсә йылмайҙы, берсә шатланды. Музыка, йырҙар, актерҙарҙың оҫта уйыны, зауыҡлы сәхнә костюмдары, заманса биҙәлеш - быларҙың барыһы ла һәр кемгә яҡты хистәр, йылмайыу бүләк итте.

«Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара юрға» мюзиклы 2013 йыл театр йылъяҙмаһында иң үҙенсәлекле сәхнә күренеше булып ҡалыр, моғайын. Сөнки әҫәр Башҡортостан Республикаһы Президенты гранты ярҙамы менән сәхнә күрҙе һәм бында башҡорт халыҡ йолалары менән хәҙерге заман драматургияһы, музыка, йыр, хореография сәнғәтенең традициялары бер - береһен тулыландырып, күркәм һәм халыҡсан сәхнә әҫәре хасил иткән.

Спектаклдең идея композицияһы башҡорт халыҡ эпосы “Ҡара юрға” сюжетына нигеҙләнгән. Мюзиклда әҙәм йәнле хайуан - Ҡара юрғаның йәш егет Әбләй менән Маҡтымһылыуҙың бәхете хаҡына ҡылған изгелектәре һүрәтләнә, героик әкиәт, социаль - көнкүреш мотивтары, героизм темаһы, кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәр асыҡ сағыла. Тамашасы, тора- бара, был изгелекле йән эйәһенә - ҡыйыу һәм затлы Ҡара юрғаға (Р.Хайсаров) ат тип түгел, ә юғары рухлы кеше тип ҡарай башлай.

Мюзиклды йәштәр ҙә, өлкән тамашасылар ҙа бик йылы ҡабул итте.

Кара юрга

Кара юрга

Кара юрга

Кара юрга

Кара юрга

Кара юрга

Shumnov-1636

Shumnov-1728 Shumnov-1861

Shumnov-1984

Кара юрга Shumnov-2206 Shumnov-2280 Shumnov-2351