Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Яңылыҡтар

Затлы уйын

Репетицияларҙан буш ваҡытта артистар нимә менән шөғөлләнә, тип уйлайһығыҙ? Спорт менән! Бильярд спорты буйынса мәҙәниәт һәм сәнғәт учреждениелары хеҙмәткәрҙәре араһында уҙғарылған асыҡ команда турнирында М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры артистары – Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Фидан Ғафаров һәм Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сәғиҙулла Баййегет өсөнсө урын яуланы.
Еңеүселәр Өфө ҡалаһы Киров районы хакимиәте физик культура һәм спорт буйынса комитетының маҡтау ҡағыҙы, миҙалдар һәм, әлбиттә, алтын кубок менән бүләкләнде.
Коллегаларыбыҙҙы ихлас ҡотлайбыҙ һәм яңы йылда ла уңыштар теләйбеҙ!

25 001