Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-50-52
14сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
13сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
12сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
11сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
10сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
09сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
08сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
07сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»

Балалар бүлмәһе

Башҡорт академия драма театрының  Балалар өсөн уйын бүлмәһе - түләүһеҙ!

Театрға йыйынғанда балалы ғаиләләр алдына һәр ваҡыт бер һорау килеп баҫа : баланы ҡайҙа ҡалдырып торорға? Ошо йәһәттән ҡарағанда театрҙа Балалар бүлмәһе мотлаҡ булырға тейеш хеҙмәт, юҡһа, ата- әсәсәләре менән өлкәндәр спектакленә килгән балала театрға кире ҡараш тәрбиәләнергә, сәнғәтте яратмау тойғоһо үҫешергә мөмкин.

М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры үҙ тамашасыларының балалары хаҡында һәр ваҡыт хәстәрлек күрә - театрға килгәс, уларға, кескәйҙәрен Балалар өсөн уйын бүлмәһендә ҡалдырып, иркенләп спектакль ҡарарға, дуҫтары, яҡындары менән ихлас аралашырға, ял итергә мөмкинлек бирә.

Ата - әсәләре, олатай - өләсәйҙәре спектакль ҡараған мәлдә балалар менән тәрбиәсе - белгес тотош уйын программаһы уҙғара. Ғәҙәттә, тамаша ваҡытында, бүлмәлә 3-4 бала була, улар һүрәт төшөрә, уйнай, пластилиндан төрлө һындар яһай, сигеү сигә. Ҡайһы бер балалар театрға килгән ата- әсәләренә ошо бүлмәлә ҡалыр өсөн махсус эйәрә. Сөнки был бүлмә ысын мәғәнәһендә мөғжизәле әкиәт донъяһы !

Балалар бүлмәһенең “Тәҡдимдәр һәм теләктәр кенәгәһе”ндә бик күп маҡтау һәм рәхмәт һүҙҙәре бар.

Шулай итеп, ата - әсәләр, балаларының хәүефһеҙлеге өсөн борсолмай, сәнғәт - матурлыҡ илендә гиҙгәндә, иркенләп спектакль ҡараған ваҡытта кескәйҙәр күңелһеҙләнмәһен өсөн булдырылған театрҙа Балаларҙың уйын бүлмәһе.

Хәстәрлекле, мәрхәмәтле сәнғәт - күркәм һәм уңайлы Театр!