Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Спектаклдәр
Б. Бикбай, Х. Иргалин

«ҠАҺЫМ ТҮРӘ»

12+
Жанр: драма

Спектакль 2 сәғ. 30 мин. бара

Ҡаһым түрәнең (Ҡаһым Мырҙашев) күп яҡлы һәм ҡатмарлы шәхесе, 1812 йылғы Ватан һуғышында (Ҡаһым түрә һәр береһендә 500 яугир иҫәпләнгән 28 полктың береһен етәкләй) тотҡан урыны, үлемһеҙ батырлығы башҡорт халҡын әлегә саҡлы ҡыҙыҡһындырыуҙан туҡтамай. Тарихи документтарҙа Ҡаһым полкы тураһында мәғлүмәттәр бик аҙ. Кем ҡулынан һәләк булған батыр? Тыуған илдән алыҫта, сит ерҙәрҙә уға яугир-юлбашсы бурысын үтәргә ниндәй илаһи көс ҡөҙрәт биргән? Ни өсөн халыҡ йыры «Ҡаһым түрә» әлеге көндә лә популяр? Ваҡиғалар барған осор ғәйәт ҡатмарлы дәүер. Ошондай ҡәтғи шарттарҙа башҡорт яугирҙарын тыуған илгә намыҫлы һәм эскерһеҙ хеҙмәт итергә ниндәй инаныуҙар саҡырған? Баязит Бикбайҙың тарихи шәхесебеҙ Ҡаһым Мырҙашев хаҡындағы әҫәренә заманса яңғыраш биргән драматург – Хәмит Иргалин пьесаһы буйынса ҡуйылған спектакль геройҙары ошо һәм башҡа бик күп һоруҙарға яуап эҙләй һәм таба.

 


Фотоотчеттар


Спектакль авторҙары
Режиссер:
Композитор:
Балетмейстер:
Консультант:
Илдар Ғатауллин
Ролдәрҙә
Ҡаһым түрә :
Семенов :
Адьютант:
Аҡназар :
Садыҡай:
Фольгнер :
Француз һалдаты :
Бала:
Илназар Әхмәтйәнов
Күмәк сәхнәләрҙә :
театр артистары

Премьера көнө:
21 февраль 2015 йыл
Режиссер ярҙамсыһы:
Гөлнәфисә Исҡужина