Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-50-52
Спектаклдәр
М.Ғафури

«ҠАРА ЙӨҘҘӘР»

16+

Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантына ҡуйылды

 «Алтын битлек» Бөтә Рәсәй милли театр премия – фестиваленең  «Бәләкәй формалағы иң яҡшы спектакль»,  «Иң яҡшы режиссер эше» (А.Абушахманов), «Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле» (Г.Ҡаҙаҡбаева), «Иң яҡшы сценография» (А.Нестеров) номинацияларында ҡатнашыусы,  « Костюмдар  буйынса иң яҡшы рәссам эше » (А.Нестеров) номинацияһында еңеүсе, 2016 йыл.

"Нәүрүз" Халыҡ-ара төрки телле театрҙар фестивалендә ҡатнашыусы, Ҡазан, 2014.

Спектакль 1 сәғәт 45 мин. бара

Инсценировка  авторҙары - А.Абушахманов, Ш.Ғилманова

...Иблис тә юҡ, тамуҡ та ,–

кеше тупаҫлығы ғына сикһеҙ...

Л. Мацих

Ауылдағы иң сибәр ҡыҙ Ғәлимәнең ябай ауыл егете Закирға күҙе төшөүе мөмкинме? Һәр бер нимәгә тиҙ генә ябырылырға торған ауыл халҡы йәштәрҙе икәү генә һөйләшеп торғанын күргән. Хәҙрәттән: «Шәриғәт ҡанундары буйынса никахта тормаған ҡыҙ меән егеттең икәүҙән-икәү генә һөйләшеп торорға хоҡуғы бармы ни?» -тип һорай улар. Ниндәй ҡарарға килер һуң дин әһеле? Әгәр ҙә Ғәлимә менән Закирҙы ярлыҡаһа, ауылдаштары алдында үҙенең ихтирамын юғалта, тигән һүҙ. Әхлаҡ яғында тороу – уның бурысы. Тик бер генә юл ҡала – язаларға.
Бөгөнгө көндә, дини һорауҙар артта ҡалып, ябай кеше ҡылыҡтары тураһында уйланыуҙари тәүге планға күскән саҡта «Ҡара йөҙҙәр» спектакле нимә хаҡында бәйән итә һуң? Кеше тигән әҙәмдең барлыҡ әхлаҡһыҙ, мәғәнәһеҙ ҡылыҡтарын шәриғәт ҡанундары менән аҡлаған наҙан халыҡ – бөтә бәләләрҙең башы. Трагедия үҙәгендә – кеше тәбиғәте. Ә был тема, ғүмер кеүек үк мәңгелек, үлемһеҙ.


Фотоотчеттар


Спектакль авторҙары
Композитор:
Пластика:
Сулпан Асҡарова , Ринат Абушахманов
Рәссам-яҡтыртыусы
Илшат Саяхов
Хормейстер
Алһыу Хасибуллина
Йолалар буйынса консультант
Асия Ғәйнуллина
Ролдәрҙә
Ғимаҙи:
Ахун хәҙрәт:
Нәғим хәлфә:
Ғәйфулла:
Күмәк сәхнәләрҙә - шәкерттәр, бесәнсе егеттәр, ҡыҙҙар, муллалар, урам кешеләре

Премьера көнө:
4 октябрь 2014 йыл.
Режиссер ярҙамсыһы:
Әлфирә Ҡоланбаева